Йәнтөйәк
+10 °С
Ясно
Антитеррор
Спорт
21 Февраля 2021, 16:25

Егеттәр йөҙөү буйынса ярышып, призлы урындар алды

Бөгөн “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре Иҫке Балтас ауылында Ватанды һаҡлаусылар һәм Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап төньяҡ төбәк буйынса үткәрелгән йөҙөү буйынса асыҡ беренселектә ҡатнашты.

Бәйге Иҫке Балтас ауылының “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында үтте. Унда Балтас, Борай, Асҡын райондарынан 2005-2006, 2007-2008, 2009-2010 һәм 2011-2012-се йылғы малайҙар йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Күрше райондарҙың спорт һөйөүселәре көслө булыуына ҡарамаҫтан, асҡындар ҙа ҡалышманы, призлы урындар яуланы. 2007-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында ирекле стилдә 100 метрға йөҙөп, Илнар Шәйхинуров 1-се урынға лайыҡ булды. Ә 2011-2012 йылғылар араһында Арыслан Исхаҡов (50 метр) 3-сө урын яуланы. Иң көсөргәнешле ярыш — эстафетала Асҡын командаһы 3-сө урынға сыҡты.
Асҡын районы данын яҡлап бәйгелә ҡатнашҡан Илнар Шәйхинуровҡа, Арыслан Исхаҡовҡа, Раушан Зараевҡа, Зиннур Юнысовҡа, Шахназар Камалетдиновҡа, Айдар Махатовҡа, Руслан Ғайсинға, Алмаз Дәүләтовҡа һәм уларҙы әҙерләп алып барыусы тренерҙары Рәмил Насретдиновҡа афарин, тибеҙ!
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас