Йәнтөйәк
+34 °С
Ясно
Антитеррор
Спорт
18 Февраля 2021, 07:15

Спорт һөйөүсе Хәсәновтар

Районыбыҙҙа балаларын бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырып, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап йәшәгән өлгөлө ғаиләләр байтаҡ. Камила һәм Рөстәм Хәсәновтар ҙа шундай әүҙем йәш ғаиләләрҙең береһе.

Камила һәм Рөстәм Хәсәновтарҙың өйләнешеүенә 11 йыл булған. Был татыу, тырыш ғаиләлә береһенән-береһе зирәк, шаян өс малай үҫеп килә. Олоһо Әзизгә — 10 йәш, ул Асҡын 1-се урта мәктәбенең 4-се класында белем ала. Әмиргә — ете йәш, 1-се класта уҡый. Кеселәре Ғүмәргә дүрт йәш, ул “Күк сәскә” балалар баҡсаһына йөрөй.
Әзиз менән Әмир өсөнсө йыл “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына бассейнға йөрөп, йөҙөү серҙәренә төшөнә. Был шөғөл малайҙарға бик оҡшай, һәр дәрескә теләп киләләр. Шулай уҡ улар шахмат түңәрәгенә, футболға йөрөй. Өйҙә лә физик күнекмәләр эшләп шөғөлләнәләр. Әзиз холҡо буйынса етеҙ, тиктормаҫ, уға һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл булырға кәрәк. Тырыш малай гер спорты менән дә мауыға, Балалар ижады үҙәгендә гитарала уйнарға өйрәнә. Ул 1-се һәм 2-се баҫҡыс буйынса ГТО нормативтарын алтын миҙалға тапшырған. Икенсе йыл физик культура һәм математика буйынса Гагарин олимпиадаларында ҡатнаша.
Ә Әмир, киреһенсә, тыныс холоҡло. Ул пазлдар йыйырға ярата. Ағаһы кеүек ул да ГТО нормативтарын тапшырырға әҙерләнә. Бәләкәй Ғүмәр ҙә ағайҙарынан ҡалышмай, уларға ҡарап өйрәнә, һөнәрҙәрен арттыра.
Ҡышын малайҙарҙың иң яратҡан шөғөлө — саңғыла йөрөү, конькиҙа шыуыу, саф һауала уйнау. Хәсәновтар һәр йыл район саңғы ярыштарына ғаиләләре менән барырға тырыша, малайҙарҙы бәләкәйҙән ярыш сәменә, маҡсатсан булырға өйрәтә. Ә йәйен ғаилә күберәк ваҡытты Рөстәм Фәүзәт улының тыуған ауылы Солтанбәктә үткәрә. Малайҙар атайҙарына ҡулдарынан килгәнсә умартасылыҡ эшендә булыша, рәхәтләнеп Сарс йылғаһында һыу инә, балыҡ тота.
Хәсәновтар дин ҡанундары буйынса йәшәй, үҙ өлгөләрендә малайҙарына ла бәләкәйҙән дини һәм рухи тәрбиә бирә.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас