Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Спорт
18 Февраля 2021, 09:54
Өфө Ҡала хакимиәте кубогына туғыҙынсы ҡышҡы Корпортив уйындарҙы ҡабул итә
Быйма кейеп хоккей уйнау, ҡарҙа волейбол, конькиҙа уҙышыу спорты, саңғы ярышы һәм тау саңғыһы спорты.
Өфө хакимиәте кубогына туғыҙынсы ҡышҡы Корпоратив уйындарҙа ҡатнашыусылар спорттың ошо төрҙәрендә таҫыллығын күрһәтергә тейеш. Ярыштар 20-21 февралдә «Ҡашҡаҙан» паркында, 33-сө, 10-сы олимпия резервындағы спорт мәктәптәрендә, тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә (21 февралдә бында Уйындарҙы асыу тантанаһы була) ойошторола.
«Йыл һайын уйындарҙа Өфө предприятиелары һәм ойошмаларынан тиҫтәләгән команда ҡатнаша. Төп бүләк – Өфө ҡалаһы хакимиәте кубогы. Бынан тыш, дөйөм иҫәптә һәм спорттың айырым төрҙәре буйынса призлы урындар яулаған командалар баш ҡаланың Физик культура һәм спорт идаралығының кубоктары, грамоталары менән бүләкләнә», — тип белдерҙеләр баш ҡаланың матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе ҡышҡы Корпоратив уйындар 2013 йылда булғайны.
https://
www.bashinform.ru/news/1560465-ufa-primet-devyatye-zimnie-korporativnye-igry-na-kubok-administratsii-goroda-/
Фото: Өфө хакимиәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
корпоратив
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"