Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
16 Февраля 2021, 08:01

Йәш десантсылар тәрбиәләнә

Иҫке Балтас ауылындағы “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ағымдағы уҡыу йылында “Йәш десантсы” клубы эшләй.

Спорт клубы десантсы Фәрит Ғәлимов инициативаһы буйынса асылды. Дәрестәрҙе ҡул һуғышы һәм Тайланд боксы буйынса спорт мастерлығына кандидат Владислав Мамедов алып бара. Алты йәштән алып 32 ҡыҙ һәм малай клубта “Панкратион” программаһы буйынса шөғөлләнә. Белгестәр әйтеүенсә, был программаға ҡул һуғышы, самбо, көрәш алымдарын өйрәнеүҙәр инә.
— 14 йәштәре тулғас, кәүҙә ауырлыҡтары етһә, үҙҙәренең теләге булһа, йәш десантсылар Өфө районының Первушин ауылында “Ан-2” самолетынан 900 метр бейеклектән парашют менән һикерәсәк, — тине Фәрит Фәнил улы.
Спорттың күп төрҙәре буйынса оҫталыҡтарын арттырған ҡыҙ һәм малайҙарға был шөғөлдөң киләсәктә кәрәге тейер.

Аида Хәйретдинова.
Читайте нас