Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
9 Февраля 2021, 06:52

Көн дә мәкелә һыу инә...

Нефтекамала йәшәгән Олег Ғарифуллиндың ҡыш буйына шортик кейгән көйө ҡала урамдары буйлап йүгереүенә хәҙер аптырамайҙар.

Яңыраҡ яҡташтары уның ғәҙәти булмаған шөғөлөн видеоға төшөрөп интернет селтәренә һалған.
“Ниндәй генә һауа торошо булмаһын, Олег тышта йүгереүҙән туҡтамай. 30 градус һыуыҡ та уны ҡурҡытмай. Хатта уның 55 градус һыуыҡ хакимлек иткән Яҡут-Сахала йүгерергә иҫәбе бар. Урам буйлап йүгергәндән һуң ул ғәҙәттә мәкегә сума... Күнегеүҙәр көн һайын,” - тип һоҡлана таныштары.
Былтыр Олег Ғарифуллиндың Нефтекама эргәһендәге күлдә ике сәғәткә яҡын йөҙөүе тураһында әле лә аптырап һөйләйҙәр.
Фото:VK.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас