Йәнтөйәк
+30 °С
Ясно
Антитеррор
Спорт
25 Января 2021, 08:45

Чемпиондар тәрбиәләүсе тренер

Асҡын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренеры Руслан Аббязов "Ауыл тренеры" программаһы буйынса сертификат алды.

Спортта ниндәйҙер уңыштарға ирешеү өсөн, иренмәҫкә, тырыш, ныҡышмал, көслө рухлы булырға, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмааҫҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк. Ошо фекер менән Асҡын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренеры Руслан Рөстәм улы Аббязов та килешә.
Руслан Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән спортты үҙ итә. Туғыҙ йәшендә көрәш менән мауыға башлай. Бигерәк тә уға самбо менән дзюдо оҡшай һәм ул ныҡлап ошо спорт төрҙәре менән ҡыҙыҡһынып китә. Ошо йүнәлештә ярыштарҙа ла үҙен һынап ҡарай. “Туғыҙ йәшемдән мин танылған тренер Суфый Әхмәтзыя улы Шәйәхмәтов етәкселегендә шөғөлләнә башланым. Атайым менән икәүләп улар мине һәр саҡ дәртләндереп, еңеүҙәргә әйҙәне. Нәҡ улар минең киләсәктә спортта үҙемде табып, тренер булып китеремде лә күҙаллай торғайны. 12 йәшемдә Самарала дзюдо буйынса үткән Бөтә Рәсәй турнирында тәүге еңеү яуланым. 20 йәшем тулғанда 27 тапҡыр республика чемпионы һәм дүрт тапҡыр Рәсәй призеры булғайным. 17 йәштә — дзюдо, 19-ҙа самбо буйынса спорт мастерына кандидат исмен яҡланым. Киләсәгем спортта икәнлеген аңлағанға мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ физкультура техникумында, артабан академияла белем алдым”, — тип һөйләне ул.
Руслан Рөстәм улы 2012 йылда тыуған ҡалаһында тренерлыҡ эшмәкәрлеген башлай. 2015 йылда, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Нурмөхәмәтов саҡырыуы буйынса районыбыҙға килеп, бөгөнгәсә уңышлы эшләй.
— Суфый Әхмәтзыя улының тыуған районында хәҙер үҙем тренер булып эшләүемә шатмын. Һәр саҡ эшемдә уның кәңәштәренә таянам. Тәүҙән үк егеттәр һәм ҡыҙҙар самбо менән ҡыҙыҡһынып, ҙур теләк менән шөғөлләнә башланы. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәне. Фирзан Дилмиев менән Юлиә Тимерғәлиева бер нисә тапҡыр Башҡортостан чемпионы исемен яуланы. Улар Иҙел буйы федераль округы Беренселегендә лә призер булды. Шулай уҡ Тимур Гәрәев, Таһир менән Заһир Ғилметдиновтар бик көслө, тырыш, физик яҡтан сыныҡҡан егеттәр. Улар самбо буйынса район-республика турнирҙарында призлы урындар яуланы. Тәрбиәләнеүселәрем араһында иң ҙур еңеү ул, әлбиттә, Фирзан Дилмиевтың 2020 йылдың ноябрендә Сербияла Нови-садта самбо буйынса донъя Беренселегендә еңеү яулап, алтын миҙалға лайыҡ булыуы, — тип ғорурланып һөйләне тәрбиәләнеүселәре тураһында Руслан Аббязов. — Әлеге мәлдә бәләкәйҙәр төркөмө менән эшләйем. Уларға самбо серҙәрен асам.
2020 йыл шәхсән Руслан Рөстәм улы өсөн дә бик уңышлы була. Ноябрҙә ул үҙе Минск ҡалаһында (Белоруссия) туғыҙ илдән төрлө йәштәге 200-ҙән артыҡ атлет ҡатнашлығында үткән мастерҙар араһында донъя беренселегендә 62 килограмға тиклем 35-39 йәштәгеләр категорияһында еңеү яулап, алтын миҙалға лайыҡ булды. Ә Яңы йыл алдынан Руслан Аббязов районыбыҙҙа беренселәрҙән булып "Ауыл тренеры" программаһы буйынса 600 мең һумлыҡ сертификат алды.
Бына шулай, чемпиондар тәрбиәләүсе, еңеүҙәрҙән еңеүҙәргә ынтылыусы тренер Руслан Аббязов үҫеп килгән быуында спортҡа һөйөү тәрбиәләп, уларҙы ил кимәлендәге ярыштарға сығарыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Наилә Имаева.
Читайте нас