Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, сәғәт 11-гә мәктәп шыуғалағына байтаҡ бала йыйылды. Күңелле музыка аҫтында зарядка эшләп алғандан һуң, уҡытыусылар балаларҙы командаларға бүлеп хәрәкәтле уйындар ойошторҙо. Малайҙар һәм ҡыҙҙар, ата-әсәләр уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Бер кем дә баҫып торманы, үҙ командаһы өсөн көрәште. Аҙаҡта дуҫлыҡ еңде.
Башҡалар уйындарҙа ҡатнашҡанда, ҡайһы бер класс малайҙары һәм ҡыҙҙары саңғыла йөрөнө.
Һыуыҡтан бит остары алһыуланған, йүгереп хәлдәре бөткән, ләкин шулай ҙа күҙҙәре янып торған, ирендәренән йылмайыу китмәгән малайҙарға һәм ҡыҙҙарға афарин, тибеҙ!