Йәнтөйәк
+3 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
9 Января 2021, 18:25

Хәрәкәттә — бәрәкәт

Бөгөн Солтанай ауылында балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә саф һауала күңелле уйындар уйнап, кәйефтәрен күтәреп, сәләмәтлекте нығытып, ошо хәҡиҡәткә тағы ла бер инанды

Ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Фидания Шәйхетдинова саф һауала хәрәкәтле уйындар ойошторҙо. Сарала балалар етеҙлектә ярышты, аҙаҡ саңғыла йөрөнө, ауыл уртаһындағы күл тауында рәхәтләнеп шыуҙы. Уйындарҙа ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты.
Читайте нас