Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
5 Января 2021, 12:50

Тимер аяҡта йүгереү һәләтен күрһәттеләр

Шорт-трек буйынса ярыш башланыр алдынан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренеры Йәүхәт Раил улы Шәйәхмәтов һәм Асҡын 1-се урта мәктәбе директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Олег Асылғужа улы Әфлитунов йәш спортсыларҙы сәләмләп, ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында бәйге айырым ойошторолдо. Кескәйҙәр ҙә олораҡ балаларҙан артта ҡалмаҫҡа тырышты, үҙҙәренең тимер аяҡта йөрөү һәләтен күрһәтте. Ярышҡа ғаиләләр менән килеүселәр ҙә бар ине. Ата-әсәләр балаларҙы дәртләндереп торҙо.
Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Бәйгене үткәреүсе Йәүхәт Раил улы һәм Олег Асылғужа улы балаларҙы еңеүҙәре менән ҡотланы һәм артабан да был спорт төрөндә әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас