Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ойошторған спорт байрамында барлығы 30-ға яҡын спорт һөйөүсе ҡатнашты. Көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, кескәй балаларҙың да ололар һәм йәш быуын араһында йүгереп йөрөүе, саңғыла ярышыуы сараға йәм өҫтәне.