Йәнтөйәк
+23 °С
Ясно
Антитеррор
Спорт
3 Января 2021, 13:25

Иң етеҙҙәр бүләкләнде

“Яңы йыл ғаилә уйындары” сиктәрендә үткән “Саңғысы көнө”ндә әүҙемдәр, етеҙҙәр һәм спорт һөйөүселәр билдәләнде

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ойошторған байрамда барлығы 30-ға яҡын спорт һөйөүсе ҡатнашты. Һәр ваҡыттағыса Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, “Сельэнерго”, “Газпром”, Асҡын линия-техник цехы, Асҡын ауыл Советы ауыл биләмәһе, Ҡарткиҫәк ауылынан вәкилдәр үҙ көсөн һынаны. Асҡын 2-се, 1-се, Ҡышлауйылға, Ҡарткиҫәк мәктәптәре уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте. Һәр кем үҙ йәш категорияһында йүгерҙе һәм иң етеҙҙәр Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты миҙалдары менән бүләкләнде. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Рөстәм Тимерғәли улы Әбдрәхимов барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм һәр ваҡыт спорт менән бергә булыуҙарын теләне.
Ярышта ҡатнашыусыларҙы ғаилә ағзалары, хеҙмәттәштәре йүгереп килеүҙәренә эҫе сәй әҙерләп, дәртләндереп торҙо. Спорт байрамы барыһының да күңеленә хуш килде. “Яңы йыл каникулының тағы ла бер көнө файҙалы һәм күңелле үтте”, тине улар.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас