Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
3 Января 2021, 15:40

Афарин, Ҡарткиҫәк уҡсылары!

Яңы йыл байрамдарында Өфөлә “Terra Zima” фестивале ойошторолдо. Уның программаһы төрлө сараларға бай булды. Кисә “Торатау” Конгресс-холында фестиваль сиктәрендә “Ҡышҡы һабантуй” үтә. Унда районыбыҙҙан Ҡарткиҫәк ауылы уҡсылары ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай.

Һабантуйҙа тематик уйындар һәм күңел асыу программаһы ойошторола. Унда районыбыҙҙың Ҡарткиҫәк ауылынан Азат, Илдар, Рәсүл Мулләхмәтовтар, Вадим, Вилдан Харисовтар ҡатнашып, уҡтан атыуҙа үҙ көсөн һынай. Шулай уҡ улар башҡорт биатлонында ау саңғыһында йүгереп, уҡтан атып, төрлө биремдәр үтәй. Был ярышта Азат Мулләхмәтов шәхси беренселектә 2-се урын яулап, аҡсалата бүләккә эйә була.
Спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан,сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған Ҡарткиҫәк егеттәренә афарин, тибеҙ!
Илһөйәр Махатова.
Азат Мулләхмәтов фотолары.
Читайте нас