Байрамды ойоштороуға “Айыҡ ауыл-2020” конкурсының район этабында еңеү сәбәпсе булды. Һабантуйға төрлө быуын вәкилдәре — балаларҙан алып хөрмәтле ветерандарға тиклем, шулай уҡ ҡаланан, башҡа ауыл биләмәләренән ҡунаҡтар йыйылды.
Байрам башланырға бер аҙ ваҡыт ҡала ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға халыҡ йыйыла башланы. Сағыу төҫтәге милли күлдәктәрҙә ҡыҙҙар йүгерешә. Үҫмер малайҙар уҙышҡа үҙҙәренең велосипедтарын әҙерләй. Биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫталары үҙҙәренең береһенән-береһе матур эштәренән күргәҙмә әҙерләй. Байрамда ҡарап һоҡланырлыҡ эштәр күп булды: Ефрем Калимьяновтың бәләкәй архитектура формалары һәм баҡса декорацияһы, Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына эйә булыусы Михаил Ҡотлосатовтың мари музыка уйын ҡоралдары һәм милли биҙәктәр менән шкатулкалары. Бөрөлә йәшәүсе Надежда Щанкина ла яҡташтарына булышыу маҡсатында күргәҙмәгә үҙенең үҙенсәлекле әйберҙәрен ҡуйған. Ауылдың оҫта ҡуллы гүзәл заттары милли аштарҙан бай өҫтәл әҙерләгән.
Бына тыуған яҡты өйрәнеү музейына үтәбеҙ. Бирелә экспонаттар шул тиклем күп, хатта күсмә күргәҙмә лә эшләп тормағандар. Барыһын да музейҙа тәмле мари ҡоймаҡтары менән ҡаршы алдылар. Ауыл хакимиәте байрам биҙәлешенә ҙур иғтибар биргән. Конкурс эмблемалары, тематик лозунгылар иң күренгән ергә эленгән. Күптәрҙең ҡулында үткәрелгән сара символикаһы менән бәләкәй флагтар. Фотолар стенды ла бирелә үткәрелгән конкурс саралары тураһында һөйләй.
— “Айыҡ ауыл” конкурсы рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү аша айыҡ һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән, — тип аңлата район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Басыров, һабантуйҙы асып. — Унда ҡатнашыу ауыл биләмәһен үҫтереү өсөн тағы ла бер мөмкинлек. Бахтыбайҙар тыуған төйәген ярата, быны үҙҙәренең аныҡ эштәре менән иҫбатлай.
Уның һүҙҙәрен ауыл биләмәһе башлығы Роберт Байрамов та ҡеүәтләне, ауыл халҡының 2018 йылда “Башҡортостандың иң яҡшы ауылы” республика конкурсында еңеүен дә иҫкә алды.
— Беҙгә барыбыҙға ла был эшкә әүҙем ҡушылырға кәрәк, — тип билдәләне Роберт Байрамов. — Конкурстың маҡсаты эскелектән интеккәндәр менән генә эшләү түгел, ә балаларҙан алып бар халыҡты йәлеп итеү, сөнки эскелек менән көрәштә бигерәк тә уны профилактикалау ҙур роль уйнай. Алкоголь бәләнән башҡа бер яҡшылыҡ та алып килмәй, шуға күрә ололар балаларға үҙ өлгөләрендә сәләмәт йәшәү рәүешенең өҫтөнлөктәрен күрһәтергә тейеш. Шул саҡта ғына аныҡ социаль һөҙөмтә буласаҡ.
Артабан байрамды ижади коллективтар һәм Бахтыбай, Баженов ауыл мәҙәниәт йорттары һәүәҫкәрҙәре сығышы дауам итте. Матур йырҙар, көн ҡаҙағындағы таҡмаҡтар яңғыраны. Ауылдаштарының көслө алҡыштары аҫтында велосипедсылар ярышы үтте. Бахтыбайҙар күңелле һәм файҙалы ял аша айыҡ тормош яҡлы икәндәрен иҫбатланы.
Әйткәндәй...
“Айыҡ ауыл-2020” конкурсы республикала 2011 йылдан башлап үткәрелә һәм 2019-ҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән яңыртылды. Былтырғы бәйге еңеүсеһе 500 мең һум күләмендә аҡсалата сертификат алды. Быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарары менән конкурстың приз фонды 10 тапҡырға арттырылды. Шулай уҡ бәйгенең географияһы ла киңәйтелде.