Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь 2020, 13:16

Иглин ерендә Ҡарткиҫәк уҡсылары майҙан тотто

«Мәргән уҡсы» фестивалендә ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта.

Республика район-ҡалаларынан тыш, илдең төрлө төбәктәренән иллеләп ҡатнашыусы йыйылды. Бишенсе ҡор был юлы Иглин ерлегендә үтте. Сара талаптарына ярашлы, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла традицион милли кейемдәрҙә сығыш яһаны.
Асҡын районының данын был фестивалдә Азат Мулләхмәтов етәкселегендә Ҡарткиҫәк ауылы уҡсылары — Вилдан Харисов, Карина Сыңғызова, Диана Муллаярова лайыҡлы яҡланы. Улар төнъяк төбәктә беренселәрҙән булып ата-бабаларҙан ҡалған боронғо шөғөлдө тергеҙҙе. Бәйгегә йәш уҡсыларҙы әҙерләүҙә Ҡарткиҫәк мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Вадим Харисовтың да роле ҙур.
Читайте нас: