Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Сентябрь 2020, 19:25

Елдән етеҙерәк елеп

“Милләт кросы-2020”-лә 260 спорт һөйөүсе ҡатнашты

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы менән берлектә “Милләт кросы-2020” Бөтә Рәсәй йүгереү көнөнә арнап үткәргән ярышта барлығы 260 кеше ҡатнашты. Шуларҙың 227-һе мәктәп уҡыусыһы ине. Кросс барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәп ойошторолдо.
Старт һыҙығына иң беренсе булып Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре теҙелеп, ярышты башлап ебәрҙе. Бәйгене белем биреү учреждениелары уҡыусылары дауам итте. Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡаҙансы, Иҫке Ҡаҙансы, Ҡышлауйылға, Упҡанкүл, Арбаш, Петропавловка, Ҡубияҙ, Урмияҙ, Үршиҙе, Солтанбәк, Күнгәк, Асҡындың 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре, Башҡорт ауыл хужалығы етештереү колледжы уҡыусылары етеҙлектә үҙҙәренең көсөн һынаны. Уларҙан һуң предприятие, ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре һәр ҡайһыһы үҙ йәш төркөмөндә ярышты.
Көндөң һалҡын елле булыуына ҡарамаҫтан, ярышыусыларҙың кәйефе күтәренке булды. Күп ғаиләләр балалары менән бергәләшеп килеп, сараны йәмләне.
Иң етеҙҙәр Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының Грамотаһы һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас: