Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Сентябрь 2020, 20:35

Бер саранан да ситтә ҡалмайҙар

Бөтә Рәсәй йүгереү көнөндә Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә, хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең әүҙемлеге менән айырылып тора. Улар районда үткәрелгән бер мәҙәни, спорт сараһынан да ситтә ҡалмай. Бөгөнгө ярышта ла улар үҙҙәренең спорт менән дуҫ икәнлеген иҫбат итеп, призлы урындарға лайыҡ булды. Улар ата-әсәләр менән тығыҙ элемтәлә эшләп, кескәйҙәрҙә лә бәләкәйҙән спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Бөтә Рәсәй йүгереү көнөндә 20-нән артыҡ баланың стартҡа баҫыуы быға асыҡ дәлил.
Алты йәшлек малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың спортҡа ынтылышын, тәүге аҙымын балалар баҡсаһы етәкселеге, тәрбиәселәре билдәләп үтте. Бар көсөнә тырышып, еңеү яуларына ышанып йүгергән һәр балаға улар үҙҙәре лә бүләк әҙерләгән: һәр ҡатнашыусы грамота, миҙал һәм татлы приз алды.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас: