Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Сентябрь 2020, 18:10

Асҡында “Милләт кросы-2020” үтте

Бөтә Рәсәй йүгереү көнөнә асҡындар ҙа әүҙем ҡушылды

Бөгөн район үҙәгенең Һабантуй майҙанында “Милләт кросы-2020” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә еңел атлетика буйынса ярыш үтте. Сара Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығына арналды һәм “Спорт — йәшәү рәүеше”федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Бәйгенең маҡсаты — уҡыусыларҙы, йәштәрҙе, хеҙмәт йәшендәгеләрҙе физик культура һәм спортҡа ылыҡтырыу, халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас: