Ошо проекттар ярҙамында райондың “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы йортонда кесе ГТО майҙансығы асылды. Уны район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һәм “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Фәрит Ғәлимов асты. Тантаналы сарала 13 кешегә ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының алтын билдәләре, йәштәр араһында әүҙем эшмәкәрлек алып барыусылар: Илнур Сираевҡа — Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһы, Гөлсәсәк Сәфетдинова, Айгөл Ғәләүетдинова, Эльза Исламоваға — министрлыҡтың Рәхмәт хаттары, Миләүшә Сәйетова һәм Әлфиә Ғәлиуллинаға — район хакимиәтенең Почет грамоталары, Айваз Сәфетдинов, Фәрит Ғәлимов, Данис Шакировҡа хакимиәттең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тантанала Рәсәй Эске эштәр министрлығы Балтас районы буйынса бүлегенең миграция һорауҙары буйынса бүлексәһе начальнигы Гөлназ Ниғәмәтуллина ҡатнашты.
“Районыбыҙҙа өс меңгә яҡын йәш граждан йәшәй: уҡый, эшләй, ғаилә ҡора, өй төҙөй. Уларҙың һәр береһенең районыбыҙға, республикабыҙға, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булыуын теләйем”, — тине ҡотлау һүҙендә район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев.
Ысынлап та, тормошта үҙ урыныңды табыу — ҙур бәхет. Бының өсөн йәштәргә мөмкинлектәр бихисап. Уҡып һөнәр алырға ла, барлыҡ шарттары булған комплекстарҙа спорт менән шөғөлләнеп үрҙәр яуларға ла, төрлө программаларға инеп торлаҡ төҙөргә лә, үҙ эштәрен асырға ла, йәш ғаиләләрҙә тыуған сабыйҙарҙы балалар баҡсаларында тәрбиәләргә, ижад һәм спорт менән мауыҡтырырға ла юлдар асыҡ. Донъя күләмендә ҡурҡыныс вирус таралыуына сиктәр ҡуйылып, йәштәргә ошо шарттарҙан тулыһынса файҙаланырға мөмкинлек булһын!