Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Июнь 2020, 14:25

Һәр кемдә һоҡланыу уята

Үткән шәмбе Өфөләге Т. Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра-Башҡортостан” ат спорты турнирының IV этабы үткәрелде.

Был юлы Бөрйән, Борай, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ райондары юртаҡтары үҙ көсөн һынаны. Хәтерҙә оҙаҡ ҡа­лырлыҡ ваҡиғаларға бай булды сираттағы ат сабышы. Бөрйән һыбайлыларының, беренсенән, милли кейемдә булыуы таң ҡалдырһа, икен­сенән, Айсар Ишдәүләтовтың эйәрһеҙ сабыуы һоҡланыу уятты. Эйе, егеттең “Гөлһара” ҡушаматлы башҡорт тоҡомло бейәнең ялына тотоноп борон­ғоса сабыуы үҙе бер мәртәбә булды. Тик 2015 йылғы “Гөл­һара” беренселекте бирмәҫкә тырышһа ла, “Ҡурай” атамалы тай барыбер көслөрәк булып сыҡты. Ул Ғәҙел Шәри­повҡа кубок яуларға ярҙам итте.
Борай районынан Дилара Ғәйфуллина ла спорт һөйөү­селәр хәтерендә оҙаҡ һаҡла­ныр, моғайын. Ҡыҙҙың саялы­ғына, ҡыйыулығына һәм сәм­селлегенә иҫ-аҡылың китер. Бар нәмә үҙенән генә торһа, тәүге урындарҙың береһен яулар ине ул, моғайын. Борай һыбайлылары араһында ул беренселекте яуланы-яулауын. Тик бына ярымфиналда “Бү­ләк”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ху­жабикәһен аҙаҡҡы һыҙыҡ­ҡа тиклем алып барып еткермәне: Дилара аттан йығылып төш­тө. Ярай әле, имгәнмәне.

Ярыштарҙа Стәрлетамаҡ районынан “Альянс” ҡу­шаматлы атта елдергән Евгений Везнюк еңеүсе тип табылды. Икенсе урынға – Стәр­летамаҡ районынан Александр Авраменко (“Бүләк”), өсөнсөгә Бөрйән районынан Рифат Ҡарасурин (“Азиза”) сыҡты. Ә күңелдә, ниңәлер, башҡа һыбайлыларға бәйле ваҡиғалар күберәк урын алды. Ни эшләйһең, был – спорт. Унда дөйөм иҫәп беренселекте яуларға ярҙам итә. Өҫтәүенә ат сабыштарында йыш ҡына күп нәмә һыбайлыға түгел, ә йылҡы малының холҡона бәйле. Быны бөгөнгө ярыштар йәнә иҫбатланы.

“Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының V этабы 6 июндә сәғәт 12-лә баш­ланасаҡ. Унда Дыуан, Кушна­ренко, Бишбүләк һәм Бала­ҡатай юртаҡтары ҡатна­ша­саҡ. Турнир Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар каналында, UTV, “Вся Уфа”, “Конный мир”, “СтартТВ”, “Сәләм” һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһә­теләсәк. Әйткәндәй, сара тама­шасыларһыҙ ойоштороласаҡ, һәм унда барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәләсәк.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас в