Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2020, 22:28

Район гәзиттәре призына үткәрелгән ярышта

Асҡын 2-се урта мәктәбе саңғысылары ла һынатманы

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең — 75, районыбыҙҙың 90 йыллығына арналып район гәзиттәре призына үткәрелгән саңғы ярышында Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты.
Физкультура уҡытыусыһы Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов етәкселегендә барлығы 13 бала етеҙлектә үҙенең көсөн һынаны. Бәйгелә көслө, тәжрибәле саңғысылар араһында улар ҙа һынатманы.
Шәхси беренселектә 11 Б класы уҡыусыһы Илназ Игдиев (алтынсы баҫҡыс) 2-се урын яуланы.
Эстафетала 2-се мәктәптән ике команда ҡатнашып, 10-11 класс уҡыусылары — Илмир Әсләмов, Зәки Исхаҡов, Азалия Миңлеғәлиева, Ләйсән Рәхмәтуллинанан торған команда 3-сө урынға лайыҡ булды.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: