Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2020, 19:08

«Салауат Юлаев» капитанһыҙ ҡалды…

Бөгөн Өфөлә буласаҡ плей-оффтың алтынсы осрашыуында «Салауат Юлаев» командаһы капитаны Григорий Панин уйында ҡатнашмаясаҡ.

Сөнки КХЛ-дың дисциплинар комитеты быға тиклем «Авангард» менән уҙған бәйгеләге тәртипһеҙлеге өсөн уны өс уйындан ситләтергә тигән ҡарар сығарҙы. Дөрөҫ, ҡиғиҙә боҙоусыларға яза кәрәк, әммә хоккей уйынын ысын ир-аттар уйыны тип, бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит… Хоккей ул – этеш-төртөш уйыны. Ул шуның менән ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле. Әгәр шайбаны шылтырып йөрөп кенә уйнаһалар, уның һөйөүселәре лә булмаҫ ине.
Уҙған «Себер» һәм «Автомобилист» менән булған уйында, төп ваҡыт тамамланыуға өс минут тирәһе ҡалғанда, еңелеп килгән команданың уйынсыһын тәртип боҙоуҙа ғәйепләп, штраф эскәмйәһенә ултырталар. Ә бит ул да беҙҙеңсә дәғүәсене хоккей ҡағиҙәһе буйынса төртөп ҡолата. Бында бит осрашыуҙың яҙмышы хәл ителә. Уйнат. Плей-офф бит….
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: