Йәнтөйәк
+23 °С
Ясно
Антитеррор
Спорт
18 Февраля 2020, 07:55

«Салауат Юлаев» командаһы плей-оффҡа сыҡты

Кисә улар үҙ майҙанында «Сочи» клубын 2:0 иҫәбенә еңеп, Көнсығыш конференцияһынан ул уңышҡа ҡаҙанған алтынсы команда булып һанала.

Көнбайыш конференцияһының плей-оффҡа дәғүә иткән «Сочи» хоккейсыларын ла өфөләрҙән отолоуынан ҡарамаҫтан, киләсәктә өмөтөн юғалтманы. Ә инде юлаевсыларға Көнсығышта үҙ урынын һаҡлап ҡалыр өсөн ҡалған өс осрашыуҙа юғалтыуһыҙыраҡ сығыш яһарға кәрәк. Беҙҙең конференцияла ҡалған ике урын өсөн даими беренселек тамамланғансы көрәш бик ҡыҙыу булмаҡсы. Һигеҙенсе бәхетле урында торған Ҡытай клубының хәле мөшкөл, сөнки уларға бары бер генә осрашыу уҙғараһы ҡалды. Ә бына унан түбәндә торған «Нефтехтмик» менән «Амур» командалары «Куньлунь» клубынан бары ике генә мәрәйгә ҡалыша. Һәм уға өҫтөп, улар икеһе лә уларҙан өс осрашыуға әҙерәк уйнаған. Тимәк, Ҡытай уйынсыларының плей-оффҡа эләкмәүе көн кеүек асыҡ һымаҡ тойола. Һәр хәлдә шуға бара шикелле.
Фото:ХКСалаватЮлаев
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас