Шуныһы ҡыҙыҡ: ғәҙәттә, “Салауат Юлаев” та, “Адмирал” да үҙ боҙонда мәрәйҙәрҙе күберәк йыйыусан. Хоккей буйынса күҙәтеүсе Максим Лебедев ошо ике команданың осрашыуы алдынан: “Адмирал”, ғәҙәттә, Өфөлә ниңәлер насар уйнай. Өҫтәүенә юлаевсылар менән һуңғы алты матчтың берәүһендә генә еңеп сыҡты”, – тип белдергәйне.
Шулай итеп, 11 февралдә “Салауат Юлаев” командаһы үҙ боҙонда “Адмирал” менән осрашты. Беҙҙең хоккейсылар матчтың тәүге минуттарынан уҡ ҡунаҡтарға тыныс уйнарға форсат бирмәне, туҡтауһыҙ һөжүм итте. Беренсе гол Никита Сошниковтыҡы булды, артабан Теему Хартикайнен ҡунаҡтар ҡапҡаһына тағы ике шайба индерҙе. Иҫәп – 3:0! Шуныһы һөйөнөслө: голкиперыбыҙ Юха Метсоланың ҡапҡаһы был миҙгелдә алтынсы тапҡыр “ҡоро” булды. Бынан тыш, Юха Метсола Өфө клубында ун беренсе тапҡыр “нуль”гә уйнаны һәм “Салауат Юлаев”тың Континенталь хоккей лигаһында ҡасандыр Эрик Эрсберг ҡуйған рекордты ҡабатланы. Шулай итеп, әлеге осрашыуҙан һуң “Салауат Юлаев” Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында 63 мәрәй йыйып, ныҡлы алтынсы урынды биләй.
– Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ уйын булды. “Адмирал” яҡшы уйнаһа ла, беҙҙекеләр тиҙлеге, дәрт менән алдырҙы, – тип белдерҙе “Салауат Юлаев” командаһының баш тренеры Николай Цулыгин.
Матчтан һуң юлаевсылар, ғәҙәттәгесә, үҙҙәренең иң яҡшы сығыш яһаған хоккейсыһын билдәләне. Ул Вячеслав Солодухин булып сыҡты.
Кисә “Салауат Юлаев” “Спартак” менән көс һынашты. Һуңғы ваҡытта был ике команда осрашҡанда уйындар һөҙөмтәле генә үтә. “Спартак” Көнбайыш конференцияла ныҡлы бишенсе урынды биләй.
Иртәгә иһә юлаевсылар СКА менән осраша.
Фото:
gorobzor.ru