Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
7 Февраля 2020, 13:51

“Батыр”-ҙа эштәр гөрләп бара

Рәмил Насретдинов йөҙөү серҙәренә өйрәтә#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Алдағы йылдарҙа республика район үҙәктәрендә бассейн асыу планлаштырыла. 2024 йылға тиклем йыл һайын ике-өс бассейн төҙөләсәк. Был башланғыс Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған “Демография” милли проекты һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла.
Республикабыҙҙың 16 районында һәм ҡалаһында бындай сәләмәтлек үҙәге юҡ. Был йәһәттән, беҙ, асҡындар, бик бәхетле, сөнки район үҙәгенә йәм биреп ултырған, төрлө йүнәлештә йәш спортсыларыбыҙҙы тәрбиәләгән “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы бар.
“Батыр”-ҙа көн буйына йәнлелек күҙәтелә. Хатта кисен дә бынан халыҡ өҙөлмәй. Кемдер эштән йәки уҡыуҙан һуң волейбол йә футбол секцияһына, кемдер самбоға йә гер спортына, кемдер йөҙөргә килә.
Айырыуса ике бассейнда кеше күп. Бирелә ҡатын-ҡыҙҙар һыу аэробикаһы менән шөғөлләнә, ғаиләләре менән ял итергә килеүселәр ҙә байтаҡ. Ә алты йәштән алып балалар һәм мәктәп уҡыусылары ҙур теләк менән йөҙөү секцияһына йөрөй. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе аша йөрөгәндәрҙе һәм түләп абонемент менән килгәндәрҙе лә иҫәпләһәң, барлығы 30-40-лап бала шөғөлләнә. Уларҙы йөҙөү алымдарына, һыуҙа үҙеңде тотоу, нисек тын алыу ҡағиҙәләренә физик культура һәм спорт буйынса инструктор, тренер-уҡытыусы Рәмил Насретдинов өйрәтә.
Рәмил Ринат улы “Батыр”ҙа өсөнсө йыл эшләй. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ физик культура техникумында белем ала. Үҙ эшен яратып башҡарған, балалар менән уртаҡ тел таба белгән, талапсан тренерҙы ата-әсәләр ҙә, тәрбиәләнеүселәре лә ярата һәм хөрмәт итә.
Үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән йәш, инициативалы тренер республика һәм төбәк ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бигерәк тә Айнур Мөфтиев, Илназ Фәтхетдинов, Денис Бәләғетдинов, Нургизә Исламова, Алһыу Ахунова, Илнар Шәйхинуров, Арыслан Исхаҡов яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Рәмил Ринат улына һәм йәш спортсыларыбыҙға киләсәктә лә яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас