Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2020, 17:26
Цулыгиндың китеүе ихтимал
«Салауат Юлаев» командаһын етәкләгән Николай Цулыгин миҙгел тамамланғас, эшенән бушатылыуы мөмкин.
Әгәр инде команда Гагарин кубогын, йә иһә чемпионаттың бәрәй төр миҙалын яулай ҡалһа, ул эшен дауам итәсәк. Тик әлеге сығышы менән, икеле һымаҡ күренә. Уның урынына әле үк «Толпар» үҫмерҙәр клубын етәкләгән Михаил Васильевты ҡоҙалайҙар. Әлеге ваҡытта Өфө йәштәр командаһы Көнсығыш конференцияһында лидер булып һанала.
«Салауат Юлаев» командаһына килгәндә, улар бөгөнгө көнгә 61 мәрәй яулап, Көнсығышта алтынсы урында урынлашҡан. Даими беренселек тамамланыуға уларға ете осрашыу уҙғараһы ҡалды. Евртотур тамамланыу менән өфөләр дүрт уйынын үҙ боҙонда үткәрәсәк. Юлаевсыларға «Адмирал» (11 февраль), «Спартак» (13 февраль), СКА (15 февраль) һәм «Сочи» клубтары (17 февраль) килә. Һуңынан улар «Барыҫ»та (21 февраль), «Металург»та (23 февраль) һәм «Аҡ барс»та (25 февраль) ҡунаҡ буласаҡ.
Фото:
vk.com/hcsalavat
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"