Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль 2020, 13:49

Йәш спортсыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

“Батыр”-ҙа волейбол буйынса көсөргәнешле уйындар бара

Кисә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының 22-се спартакиадаһы иҫәбенә ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса төбәк ярыштары үтте.
Унда төньяҡ-көнбайыш төбәктән ете район ҡатнашты. Уйындар бик көсөргәнешле барҙы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең район командаһы — Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Руслан Яхин тәрбиәләнеүселәре 3-сө урын яуланы.
Бөгөнгө ярыштар үҫмер егеттәр командалары араһында бара. Бәйгелә Ҡалтасы,Ҡариҙел,Тәтешле, Борай, Асҡын, Балтас райондары спортсылары ҡатнаша. Йәш волейболсыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риваль Сәлимов, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәснәүиев сәләмләне һәм уңышлы уйын теләне. Ҡунаҡтарға Балалар ижады мәктәбенең Оксана Шуганова етәкселегендәге бейеү коллективы күңелле бейеү бүләк итте.
Район данын яҡлаусы егеттәребеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: