Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ғинуар 2020, 16:05

Икеһе өсөн дә бик мөһим уйын

Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ беренселегендәге уйындарын дауам итеп, үҙендә турнирҙаш «Адмирал» хоккейсыларын ҡабул итәсәк.

Юлаевсылар әлегә 48 осрашыуҙан һуң 52 мәрәй менән көнсығыш конференцияһында һигеҙенсе урынды биләһә, «Адмирал» иһә 47 уйындан һуң 49 мәрәй яулап, туғыҙынсы. Ике командаға ла еңеү бик мөһим. Шуға ла бәйге бик көсөргәнешле булмаҡсы. Владивосток клубы быға тиклем өс осрашыуын үҙендә уҙғарғайны. Тәүгеһендә «Аҡ барс»ты 5:1 иҫәбенә отҡас, һуңынан «Авангард»ҡа ике рәт еңелә. Юлаевсылар ҙа һуңғы өс уйындың икеһендә отола.
Читайте нас: