Солтанай ауылында әүҙем, тырыш халыҡ йәшәй. Ауыл ҙур булмаһа ла, уңғанлыҡтары менән тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып, өлгө булып йәшәгән ғаиләләр бихисап.
Бына сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, йәштәргә матур үрнәк күрһәтеп урта быуын вәкилдәре саңғыға баҫҡан. Йыр-моң һөйөүсе, сәләмәт тормош алып барыусы Фидания һәм Рауил Шәйхетдиновтар инициативаһы менән башлана был файҙалы шөғөл. Улар үҙҙәре саңғы юлы һала, күршеләрен, дуҫ-иштәрен үҙҙәре артынан эйәртә. Заһиҙә Фәтхетдинова, Рәйсә Сәләхетдинова балалары менән, Фәниә Суфиянова, Зимфира Хәлитова көн дә ике-өс километр тирәһе юл үтеп, файҙалы ял итә.
— Саф һауала йөрөү күңелгә рәхәтлек бирә, өй мәшәҡәттәренән арындыра, ә иң мөһиме — сәләмәтлек өсөн файҙалы. Хәрәкәттә — бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Йөрөгән арала һөйләшеп, яңылыҡтарыбыҙ менән дә бүлешеп алабыҙ, — ти улар.
Бындай саралар барлыҡ солтанайҙар өсөн өлгө булһын.