Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2020, 12:30

Елдән етеҙ елеп үтәләр

Ҡарткиҫәк саңғысылары был юлы ла алдынғылыҡты бирмәй...


«Сәләмәтлек һәм спорт ун көнлөгө” сиктәрендә “Раштыуа саңғы ярышы” ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Спорт байрамында саңғыны үҙ иткән 41 ҡатнашыусы төрлө йәш категориялары буйынса көс һынаша. Өлкәндәрҙе, йәш быуынды спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарылған сарала балалар, мәктәп уҡыусылары, ауыл биләмәләре вәкилдәре генә түгел, тотош ғаиләләр ҙә көсөн һынап ҡарай. Һәр кем яҡшы кәйеф, күтәренке рух алып ҡайта спорт байрамынан.


«Һәр ваҡыттағыса ҡарткиҫәктәргә етеүсе булманы. Төрлө йәш категорияларында ауылыбыҙ спортсылары призлы урындар яуланы. Үҙем - өсөнсө урында”, - тип яҙа “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә сәләмәт тормош алып барыусы Азат Мулләхмәтов.
Наилә Имаева.




Читайте нас: