Сураш мәктәбе уҡыусыларының да ҡышҡы каникулы файҙалы үтә. Туғыҙынсылар уҡытыусылары менән алда торған имтихандарға етди әҙерлекте башлаһа, уртансы кластар спорт төрҙәренә өҫтөнлөк биреп, саф һауала уйнай.
Бөгөн иһә мәктәп уҡыусылары физкультура уҡытыусыһы Илшат Исламов етәкселегендә саңғыла йүгереп, көстәрен һынай. Уҡытыусылар ҙа саранан ситтә ҡалмай. Барыһы ла саф һауала үткән спорт байрамынан күтәренке рухта, дәрт һәм сәм алып таралыша. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул!
Зинфира Насертдинова фотолары.