Саңғы ярышында райондың 15 мәктәбенән 120-нән артыҡ уҡыусы ҡатнашты. Бигерәк тә Ҡарткиҫәк, Асҡындың 1-се һәм 2-се, Иҫке Ҡаҙансы, Яңы Ҡаҙансы,Ҡышлауйылға, Ҡубияҙ, Урмияҙ, Ҡыйғаҙы, Упҡанкүл, Сураш, Көнгәк, Петропавловка, Табаҫҡытамаҡ, Солтанбәк мәктәптәре һәр ваҡыттағыса әүҙем булды.
Дөйөм команда беренселегендә Ҡарткиҫәк мәктәбе — 1-се, Асҡындың 1-се мәктәбе — 2-се һәм Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе 3-сө урындарға лайыҡ булды. Шәхси беренселектә лә ошо белем усаҡтары һәм шулай уҡ Ҡышлауйылға, Яңы Ҡаҙансы, Иҫке Ҡаҙансы, Көнгәк, Сураш мәктәптәре уҡыусылары алдынғылыҡты бирмәне.
Саңғы ярышында шулай уҡ мәғариф учреждениеларынан Асҡындың 2-се һәм “Күк сәскә” балалар баҡсалары, үҙәк район дауаханаһы, Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжы хеҙмәткәрҙәре, Ҡарткиҫәк, Упҡанкүл, Асҡын ауылдарынан спортты үҙ итеүселәр әүҙем ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Риваль Ринат улы Сәлимов тәбрикләне һәм Почет грамоталары, миҙалдар тапшырҙы.
Ярыш барлыҡ ҡатнашыусыларға ла көс-дәрт, яҡшы кәйеф бүләк итте.
Әйткәндәй, бәйге ваҡытында район үҙәгенең “Ғаилә хеҙмәте” хеҙмәткәрҙәре, “Ғаилә менән ял” сараһы сиктәрендә, балаларға күстәнәстәр таратып, кәйефтәрен күтәрҙе.
Илһөйәр Махатова.