Бөгөн Асҡын ауылының “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында йөҙөү буйынса асыҡ беренселек үтте. Ярыш йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, уҡыусылар араһында көслө йөҙөүселәрҙе асыҡлау маҡсатында үтеп, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнөнә арналды.
Уҡыусылар араһында йөҙөү буйынса ярыш районыбыҙҙа даими үткәрелә. Сараны Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойоштора. Бөгөнгө ярышта Асҡын, Борай, Балтас, Бөрө райондарынан барлығы 80-гә яҡын спорт һөйөүсе бала ҡатнашты.
Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. 6-10 йәшлек малайҙар һәм ҡыҙҙар — ирекле стилдә 25 метрға, 11-13, 14-15 һәм 16-17 йәшлек үҫмерҙәр 50 метрға йөҙөүҙә көс һынашты. Шулай уҡ һәр райондан ике ҡыҙ һәм ике малайҙан торған команда эстафетала ла ярышты.
Районыбыҙҙан бәйгелә йөҙөү спортын үҙ итеүсе 20-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Шуныһы һөйөнөслө, Асҡында “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында йөҙөү секцияһында даими шөғөлләнгән балалар менән бер рәттән Ҡашҡа, Ҡубияҙ, Ҡыйғаҙы, Үршиҙе ауылдарынан килгән уҡыусылар ҙа үҙ көсөн һынаны.
Бөрө, Балтас, Борай райондары йөҙөүселәре бик көслө булыуына ҡарамаҫтан, асҡындар һынатманы. 16-17 йәшлектәр араһында Асҡындан Айнур Мөфтиев — II, 14-15 йәшлектәр араһында Илназ Фәтхетдинов — I, Алһыу Ахунова — II, Нургизә Исламова — III, 11-13 йәшлектәр араһында Раушан Зараев — I, Илнар Шәйхинуров — II, Үршиҙенән Илшат Нартдинов III урын яуланы. Ә эстафетала Асҡын командаһы II урынға лайыҡ булды.
Еңеүселәрҙе тәбрикләгәндән һуң Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәхийән улы Мәснәүиев ара йыраҡлығына ҡарап тормай балаларҙы ярышҡа Бөрө ҡалаһынан алып килгән ата-әсәләргә, Балтас, Борай райондары тренерҙарына рәхмәт әйтте, балаларҙы спорт менән дуҫ булырға саҡырҙы.