Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Декабрь 2019, 22:30

Асҡында ҡышҡы спорт миҙгеле асылды

Район трассаһында саңғы ярышы үтте

Бөгөн район саңғы трассаһында ҡышҡы спорт миҙгелен асыуға арналған сара үтте. ГТО комплексын тапшырыу сиктәрендә үткән саңғы ярышында мәктәп уҡыусылары, төрлө учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм хаҡлы ялдағылар ҡатнашты. Бәйге халыҡты саңғы спортына йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалау, үҫтереү маҡсатында ойошторолдо.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәхийән улы Мәснәүиев сараны асып, барыһын да сәләмләне. Артабан район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин һүҙ алды. Ришат Марат улы балаларҙы спортты яратырға, сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы, көндөң һалҡын, елле булыуына ҡарамаҫтан, сарала ҡатнашыусыларҙың күп булыуына ҡыуанысын белдерҙе һәм бәйгеселәргә уңыштар теләне.
Артабан бер-бер артлы төрлө йәш категорияһындағы саңғысылар стартҡа баҫты. Ярыш шәхсән һәм команда беренселеге буйынса үткәрелде.
Бәйгеселәрҙе ата-әсәләре, хеҙмәттәштәре дәртләндереп, еңеүгә ынтылыш биреп торҙо.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: