Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2019, 17:15

Донъя спортсылары – Өфөлә!

Джиу-джитсу буйынса Евразия чемпионы титулы өсөн халыҡ-ара турнирҙың финал ярыштарында донъя кимәлендәге спортсы, Красногорск ҡала Советы депутаты Джефф Монсон хәрби самбо һәм джиу-джитсу буйынса ҡара билбауға эйә Александр Чистов менән осрашасаҡ.

Турнир Өфөләге Спорт һарайында үткәреләсәк. Бөгөн ошо донъя кимәлендә билдәле спортсылар һәм шулай уҡ Польшанан Кржишек Сухорабский, Бразилиянан Карлос Фариас, Брено Петерсон-Нелис һәм Маркос Альмейда, Рәсәйҙән Георгий Емельянов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Шулай итеп, иртәгә Джефф Монсон Башҡортостан командаһы составында, өҫтәүенә республиканың Джиу-джитсу федерацияһы ағзаһы булараҡ, башҡорт ерендә сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, шуныһы үҙенсәлекле: бар донъяға билдәле спортсы башҡа бер ниндәй спорт федерацияһының да ағзаһы булып тормай.
Спорт сараһын тантаналы асыуҙа “Арғымаҡ” вокаль-инструменталь ансамбле ҡатнашасаҡ. Тағы “Бишбармаҡ” рок төркөмө лә көйәрмәндәргә үҙенсәлекле музыкаль бүләк әҙерләгән.
Фото: ufaved.info
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: