Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Декабрь 2019, 19:55

"Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!"

1 декабрь – Бөтә Донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арнап, Асҡын 2-се мәктәбендә "Туҡта, ВИЧ/СПИД" акцияһы үтте. Акция сиктәрендә шахмат турниры ла ойошторолдо.

  • Мәктәбебеҙҙә сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән саралар әленән-әле ойошторола. 1 декабрь - Бөтә донъя СПИДҡа ҡаршы көнөнә арналған саралар ҙа планға ярашлы уҙа. Асҡын үҙәк дауаханаһы табип-педиатрҙары килеп уҡыусыларға лекция уҡыны. Кисә мәктәптә шахмат турниры үтте, - тип белем усағында сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән эшмәкәрлек тураһында һөйләне директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Рәйлә Ҡәйүмова.

    Шәмбе көндө физкультура уҡытыусылары Рәмил Нафиҡов, Фәрдүс Әхмәтов, Рая Ғилуанова, Гүзәл Усманова уҡыусылар араһында спорт ярыштары, шахмат турниры ойошторҙо.

    - Шахмат буйынса ярыштар йыш үткәрәбеҙ. “Мәғариф” милли проектына ярашлы, беҙҙең мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге эшләй. Шахмат түңәрәге өсөн махсус өҫтәлдәр, сәғәт, шахмат таҡталары алдылар. Балалар бик ҡыҙыҡһынып шахмат уйнарға йөрөй. Көслө генә уҡыусыларыбыҙ бар.Улар район һәм төбәк турнирҙарында призлы урындар яулай. Юғары кластарҙан Нурия Әхмәҙуллинаны атаһаҡ, 5-се кластан Снежана Йыһаншина бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Снежана район буйынса 1-се урын яулағайны. 5-се “В” класында уҡыусы Динис Муллануров та мәктәп кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Бик өмөтлө, зирәк шахматсы, - тип турнир барышы һәм йәш шахматсылар менән таныштырҙы Рая Ғилуанова.

    Әйткәндәй, Рая Ғәлинур ҡыҙы үҙе лә бик оҫта шахматсы һәм шашкасы. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре ветерандары араһында ойошторолған республика шахмат турнирында ул чемпион булған. Район һәм төбәк ярыштарында ла беренселекте бирмәй.

Наилә Имаева.

 
Читайте нас: