Йәнтөйәк
+23 °С
Ясно
Антитеррор
Спорт
5 Ноября 2019, 07:10

Асҡын герселәре еңеү менән ҡайтты

Асҡын спортсылары Ҡариҙелдә гер спорты буйынса үткән турнирҙан барыһы ла призлы урындар яулап ҡайтты!

Ҡариҙелдә спорт мастеры Р. Миңләхмәтов иҫтәлегенә 2002-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында гер спорты буйынса турнир үтте. Унда Асҡын, Балтас, Ҡариҙел райондарынан 50-нән артыҡ спортсы көс һынашты. Районыбыҙ данын яҡлап сығыш яһаусы спортсыларыбыҙ барыһы ла үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында призлы урындар яуланы. Алмаз Шәнгәрәев, Юнир Ғимранов, Илһөйәр Ғимранова, Гүзәл Имаева — I, Рәсүл Мөсәбиров, Алмаз Ғәлләмов, Лилиана Хәсәнова, Регина Абрарова — II, Айдар Шакиров, Эмиль Исламов III урын яуланы. Спортсыларыбыҙҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас