Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Октябрь 2019, 18:46

Афарин, Асҡын герселәре!

Асҡындар гер спорты буйынса Донъя кубогы онлайн чемпионатының 7-се этабында ҡатнашып, еңеү яуланы.

Юниорҙар араһында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм профессионалдар араһында тренер Айдар Сабиров сығыштарын видеоға төшөрөп ебәрә. Спортсыларҙың сығышын ҡарағандан һуң, судья коллегияһы 78 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында — Айдар Наил улына II урын, юниорҙар араһында үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында Алмаз Шәңгәрәев, Илһөйәр Ғимранова, Рәсүл Мөсәбиров — I, Гүзәл Имаева, Радмир Сәғитов — II, Лилиана Хәсәнова III урынды бирергә ҡарар итә.

Асҡын герселәре менән район хакимиәте башлығы Ришат Дихин да осрашып, уларҙы еңеүҙәре ҡотлай.


Читайте нас: