Өфөлә Республика көнөнә арналған спорттың милли һәм халыҡ төрҙәре буйынса XXVI республика фестивале үтә. Барлығы 350-нән ашыу спортсы милли көрәш, гер спорты һәм армреслинг буйынса ярыштарҙа көс һынай.
Бөрө командаһы составында ҡатнашыусы райондашыбыҙ, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Айҙар Наил улы Сабиров гер спорты буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында I урын яулай.
Айҙар Наил улын ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!