Йәнтөйәк
+3 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Спорт
30 Сентября 2019, 06:36

Афарин, асҡындар!

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының XXVII Ауыл спорт уйындары иҫәбенә Туймазы ҡалаһында 50 метрға ирекле стилдә йөҙөү буйынса республика ярыштары үтте.

Асҡындар ауыл райондары командалары араһында 3-сө урын яуланы. Район йыйылма командаһы составында Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Ахунова, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты Оксана Ғлимшина, БДУ-ның Бөрө филиалы студенты Роман Чугунов һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексының йөҙөү буйынса инструкторы Рәмил Насретдинов ярышты. Спортсы ҡыҙҙарыбыҙҙы һәм егеттәребеҙҙе лайыҡлы еңеү менән ҡотлайбыҙ!
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Читайте нас