Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Сентябрь 2019, 13:44

Солтанбәктә лайыҡлы алмаш үҫә

Солтанбәк урта мәктәбе уҡыусылары быйыл да еңеүселәр рәтендә.

Үткән шәмбелә районыбыҙҙа ҙур ойошҡанлыҡ менән “Милләттәр кросы” үтте. Сәләмәт тормошто пропагандалаған, физик һәм рухи яҡтан һау-сәләмәт балалар тәрбиәләүгә йүнәлтелгән был сарала балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып оло йәштәгеләр ҙә әүҙем ҡатнашты.
Солтанбәк урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Фәнзилә Мәғәмүр ҡыҙы Суфиянова ярышҡа дүрт уҡыусы алып килә. Улар 3-сө һәм 5-се класта белем алыусы апалы-ҡустылы Алина һәм Илшат Суфияновтар, 6-сы кластан Линара Исмәғилева һәм 7-се кластан Марсель Рәхимйәнов. Улар бик яҡшы күрһәткестәргә ирешә.
Бер километр дистанцияла Илшат — III, ә Алина I урынды яулай. 1,5 километр йыраҡлыҡҡа йүгереүсе Линара ла иң етеҙ 10 уҡыусы исемлегенә инә. Ике километрға йүгереүсе Марсель дә иптәштәренән аҙға ғына тороп ҡала. Шулай итеп, солтанбәктәр спорт яратыусы икәндәрен тағы ла бер иҫбатлай.
— Уҡыусылар менән йыл да бындай ярыштарға киләбеҙ. Йыл һайын беренселекте бирмәгән егеттәребеҙ Илнур Әйүпов менән Рәдис Хикмәтов мәктәпте тамамлап сығып китте. Уларға лайыҡлы алмаш үҫеп килә. Быйыл да призлы урындар — Солтанбәк мәктәбендә. Бик шатбыҙ. Уҡыусылар үҙҙәре лә бик ҡыуанды. Һәр береһе дәртләнеп, ҡанатланып ҡайтты. Хәҙер саңғы миҙгеленә әҙерләнә башлайбыҙ. Ярыштарға килергә, ҡатнашырға тигән уй менән йөрөй балалар, — тип һөйләне Фәнзилә Мәғәмүр ҡыҙы.
Солтәнбәк мәктәбе уҡыусыларын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңышлы сығыш яһауҙарын, яңы еңеүҙәр яулауҙарын теләйбеҙ. Афарин, солтанбәктәр!
Читайте нас: