Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Сентябрь 2019, 13:06

Балтаста трофи-рейд ярыштары үтте

Экстремаль автоуҙыш спортын үҙ итеүселәр Балтас районында төбәк-ара фестивалдә көс һынашты. Ярышта ҡатнашыусы экипаждар һаны 19-ға етте. Улар Борай, Ҡалтасы, Балтас райондарынан, Өфө, Дүртөйлө, Бөрөнән, хатта Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан килгән.

Спортсыларҙы һәм экстремаль тамашаны ҡарарға йыйылған халыҡты район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һәм Көнтүгеш ауыл биләмәһе башлығы Игорь Яниев сәләмләне. Илгиз Әхүәс улы трофи-рейд ярыштарын районға “алып ҡайтыусы” һәм сараны ойоштороусы Илгиз Сәхиповҡа (баш судья) һәм Марат Хәйруллинға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Спорттың был төрө менән шөғөлләнеү, еңеүҙәргә ирешеү өсөн, ысынлап та, батырлыҡ, ҙур тырышлыҡ кәрәк. Көслөләр еңеү яулаһын!” — тине район хакимиәте башлығы. Ул фестивалде районда ойоштороуға ҙур көс һалған Дамир Әхмәҙуллин, Илдар Әкбәров, Геннадий Ғәлиәхмәтов, Раил Хәйруллин, Ринат Хәйруллин, Илшат Ғәлләмшин, Фирдүс Шәйнуровҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Ярышта дүрт категориялағы автомобилдәр ҡатнашты. Башта ҡыҙыҡһынып көткән тамашасылар өсөн махсус маршрут үтелде. Автомобилдәр текә ярға менде, батҡаҡтан сыҡты, тау-таш араһынан уҙҙы. Һәр бер ҡаршылыҡты еңеү тамашасыларҙың хуплау тауыштары һәм алҡыштары менән оҙатыла барҙы. Һуңынан ярыштың тағы ла ҡатлаулырағын үтте автотуристар: ориентирлашыу оҫталығын күрһәтеп, финишҡа төнөн генә килеп етте улар. Һуңғы экипаж иртәнге 5-се яртыла ярышты тамамланы.

Һөҙөмтәлә, иң ауыр 3-сө категорияла автотуристар “түңәрәгендә” үҙенең еңеүҙәре менән билдәле Өфөнән “Апельсинка” экипажы — Роман Морозов һәм Сергей Дьячук, 2-се категорияла — Борай-Бөрө экипажы — Радик Шакирйәнов һәм Руслан Хәйфуллин, 1-се категорияла — Өфө районы Нурлы ҡасабаһынан Данис Лотфуллин һәм Вадим Әхмәтгәрәев, “нуль” категорияһында Өфөнән Р. Хәбиров, А. Мохтаров (улар беренсе тапҡыр ҡатнашты) ҡаршылыҡтарҙы, юлһыҙлыҡты, батҡаҡтарҙы ҙур оҫталыҡ менән үтеп, еңеү яуланы. “Иң яҡшы штурман” номинацияһында Бөрөнән Александр Швецов еңде. Радик Шакирйәнов иһә ориентирлашыу маршрутында иң ауыр нөктәне алған берҙән-бер водитель булараҡ билдәләнде.

Трофи-рейдты ҡыҙыҡһынып күҙәтеүселәр бихисап булды. Киләсәктә, бәлки, ҡатнашырға теләүселәр һаны ла артыр. Нисек кенә булмаһын, республикала билдәлелек яулаған туристик спорт ярышының Балтаста ла дауамы булыр. Гөрләп үткән фестиваль ошоно күрһәтте.


Ярышта төрлө маркалы машиналар күрергә мөмкин ине.
Читайте нас: