Ул көндө һәр кем тренерҙар менән танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап тапты, төрлө секцияларға яҙылды. Борай Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең күрһәтмә сығышы барыһына ла оҡшаны, футбол буйынса иптәштәрсә осрашыуҙы ҡарарға ла көйәрмәндәр күп килде.
Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов әйтеүенсә, ҡыҙ һәм малайҙарға спорт менән шөғөлләнеү өсөн төбәктә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Спорт майҙансыҡтары һәм залдары, стадиондар шуға асыҡ миҫал. Ғөмүмән, спорт менән шөғөлләнеү һәр ваҡыт йәшәйешебеҙҙә мөһим урынды алып торорға һәм камиллашыуҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнергә тейеш.