Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Сентябрь 2019, 16:44

Өсөнсө чемпионат рәттән беренсе

Өсөнсө чемпионат рәттән беренсе

Сербия ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы финалда Төркиә волейболсыларын 3:2 (21:25, 25:21, 25:21, 22:25, 15:13) иҫәбенә еңеп, Европа чемпионатында өсөнсө йыл рәттән уңышҡа өлгәште.

Улар шулай уҡ уҙған донъя беренселегенең дә еңеүсеһе булып һанала. Европа чемпионатының бронза миҙалын Рәсәйҙе сирекфиналда төшөрөп ҡалдырған Италия командаһы яуланы. Улар полькаларҙы 3:0 иҫәбенә алдырып, уңышҡа өлгәште.


Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ

Фото: ТАСС
Читайте нас: