Бына Белорет районының Отнурок ауылында « Malidac race 2019» тау марафоны үткәргәндә 25 йәшлек ҡатнашыусы, дистанциянан сығып, аҙашып ҡалған. Ориентирҙы юғалтҡан да кире юлды таба алмай ыҙалап йөрөгән. Ярай әле үҙе менән мобиль телефонын алған булған. Уның ярҙамында ҡотҡарыусылаға координаттарын еткерә алған. Етмәһә, марафонды ойоштороусылар туристик фирма булараҡ теркәлмәгән дә.