— Байрам уңайынан барлыҡ спортсыларҙы, уҡытыусы-тренерҙарҙы, спорт ветерандарын, спорт һөйөүселәрҙе Физкультурниктар көнө менән ҡотлайым. Уңыштар, ҡоростай сәләмәтлек, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем. Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе дауам итегеҙ, тән һәм йән сихәте һеҙгә, — тине район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин.
Артабан Ришат Марат улы спортта иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәрҙе дәртләндереп, тренерҙарға, уытыусыларға, ветеран уҡытыусыларға, йәш спортсыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сығыштар сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Тантаналы өлөштән бөтәһе лә берҙәм ярыштарға күсте. Ярыш төрҙәре күп булды, һәр береһе үҙенә оҡшағанды һайлап алды: кемдер йүгереү юлына баҫты, кемдер шахмат уйнарға ултырҙы, гер күтәреүселәр, ҡул көрәштереүселәр ҙә күп булды. Һәр береһе еңеүсе булыр өсөн күп тырышлыҡ һалды.
Байрам барлыҡ ҡатнашыусыларҙа күңел күтәренкелеге һәм сағыу, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.