Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Июль 2019, 18:34

Балтас районында шахмат клубы уңышлы эшләй

Шахмат уйнарға белгән баланың математикаға ла ”башы шәп эшләй” тибеҙ, был киң таралған хәҡиҡәт. Шахмат партияһы ваҡытында уйынсы мейеһенең ике ярымшары ла бер тигеҙ эшләй. Был әлегә ҡәҙәр “йоҡлаған” ижади һәләттәрҙе “уятырға” этәргес бирә.Үҙенең тормош өлгөһөндә был фаразды иҫбатлаған Альберт Шәйхлисламов бөгөн Балтас районында шахматсылар клубы эшмәкәрлеген етәкләй.

Альбертты шахмат уйнарға III класта уҡыған сағында өлкәнерәк егеттәр өйрәтә. Уның бала сағы мәктәптәге “шахмат бумы” осорона тура килә. Балалар тәнәфестәрҙә гел шахмат уйнай.

Альберт Шәйхлисламов — иҫ киткес талантлы кеше. Ул рәссам, фотограф, видео төшөрөү оҫтаһы. Ҡыҫҡаһы, сәнғәткә бөтә күңеле менән ғашиҡ ул. Өфөнөң 2-се педагогия колледжына һынлы сәнғәт буйынса уҡырға ингәс, физкультура уҡытыусыһына мат ҡуя һәм иптәштәренә шахмат уйынының ысынлап та спорт төрө икәнен иҫбатлай Альберт. Колледждар араһында шахмат турнирында беренсе урынды яулай. Йәйге ялға тыуған районына ҡайтҡас, бер аҙ эшләп аҡса туплау уйы менән район ҡулланыусылар йәмғиәтенә килә һәм унда спартакиада ваҡытына тура килә. Яңауыл ҡалаһында турнирҙа ҡатнашып, Балтас райпоһына еңеү алып ҡайта егет.

Рәсем буйынса уҡытыусы булып районға эшкә ҡайтҡас, үҙе кеүек шахмат “ене ҡағылған” уйынсылар мөхитенә сума. Өлкәндәр менән турнирҙарҙа осраша, көс һынаша, оҫталығын сарлай. “Шахмат — ул ябай уйын түгел, сәнғәттең бер төрө. Был уйында һөҙөмтәгә ирешеү өсөн күп практик күнегеүҙәр һәм тәжрибә талап ителә”, — ти Альберт. Оҫта шахматсы Хаҡҡи Ғаян улы Ғәлиев иҫтәлегенә хөрмәтле ғаиләһенең тырышлығы менән йыл һайын районда шахмат турниры ойошторола. “Был ярыштарҙың район шахматсылары өсөн файҙаһы бик ҙур” — ти Альберт Альфред улы. — Районда шахмат клубын булдырыу идеяһы нәҡ ошонда тыуҙы”. Шахмат турнирын булдырыу өсөн өлкән быуын вәкилдәре Ханис Хәжимов һәм Фәнзәүи Хәмәтнуровтар янып йөрөнө, район етәкселеге менән даими һөйләшеүҙәр алып барҙы, турнирҙар ойошторҙо, район гәзите биттәрендә сығыш яһаны. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында Фәнғәт Гәрәев шахмат түңәрәге алып барҙы. Районда йәш шахматсылар үҫеп сыҡты. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев был башланғысты хуплап күтәреп алды һәм, ниһайәт, 2018 йылдың 30 апрелендә Балтаста “Ход конем” тип аталған шахмат клубы рәсми эшмәкәрлеген башланы. Клубтың президенты итеп Альберт Шәйхлисламов тәғәйенләнде.

Бөгөн спорт мәктәбендә шахмат буйынса ике секция эшләй. Фәнғәт Мәүләүи улының уҡыусылары инде һөҙөмтәләре, уңыштары менән һөйөндөрә. Район турнирҙарында әүҙем ҡатнашалар, Айнур Айҙарбәков иһә республика ярыштарында уңышлы сығыш яһай, районда өлкән шахматсылар менән бер рәттән, улар дәрәжәһендә көс һынаша. Альберт Шәйхлисламов етәкселегендә секцияла III-IV класс уҡыусылары шахмат уйынында тәүге аҙымдарын яһай. “Шахмат һөйөүсе йәштәрҙең дә, үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың да өлгө алырлыҡ кешеләре — өлкән быуын шахматсылары бар. Ханис Хәжимов, Фәнзәүи Хәмәтнуров, Фәнзәл Синәтуллин, Риф Ғарипов, Айрат Сәхипгәрәев, Валерий Гәрәйшин, Риф Илебаев, Фәнғәт Гәрәевтар район чемпионы булған, районда шахмат һөйөүселәр хәрәкәтен йылдар дауамында һүндермәй һаҡлау өсөн күп көс һалған шәхестәр.

Ә беҙҙең Альберт Шәйхлисламов иҫ киткес матур картиналар ижад итә, балаларҙа шахматҡа һөйөү тәрбиәләй, клубта шахматсыларҙы туплай, ярыштар ойоштора. Афарин!

Ғәзим ТАЛИПОВ фотоһы.
Читайте нас: