Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Июль 2019, 12:19

Уйындар, ярыштар, бәхәс...

Күгәрсен районындағы “Мораҙым FEST-2019” байрамына Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Салауат, Сибай ҡалаларынан, Белорет, Ғафури, Ишембай, Көйөргәҙе райондарынан йәштәр килде.


Улар палаткаларҙа йәшәй, иртән физик зарядкаға сыға. Кисә кросс-фит уҙғарҙылар: сүкәйгән килеш һикереп ярыштылар. Бынан тыш та төрлө уйындар, ярыштар үтте.


Турнирҙың төп сараһы башҡорт теле буйынса дебат булды, бәхәс барышында бик күп файҙалы фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны.


"Бәхетле", "Зәйнетдин", МС BASH төркөмдәре мәҙәни программаның хэдлайнеры булып тора.


Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: