Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Июль 2019, 13:47

Етеҙлектә һынау тоттолар

Республика конкурсында мишкәләр III урын яуланы

Райондың Һабантуй майҙанында “Хәүефһеҙлек мәктәбе-2019” республика ярышы үтте. Проекттың төп маҡсаты — спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт, физик яҡтан үҫешкән, тормошта килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмаусы балалар тәрбиәләү.

Сарала республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 580 бала ҡатнашты. Биш көнгә һуҙылған ярышта 51 команда бәләгә тарыусыға беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдары, ауыр тәбиғәт шарттарында үҙеңде тота белеү, төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеп сығыу буйынса белемдәрен күрһәтте.

Сараны тантаналы асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығынан Л. Хәбибуллина, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы М. Латыпов, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ф. Ғүмәров, республика йәштәр һәм спорт министры урынбаҫары Я. Гайдук һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Районыбыҙ данын “Юлсы” балалар туризм үҙәге тәрбиәләнеүселәре яҡланы.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәш спортсылар тиҫтәләгән километр маршрутты артта ҡалдырып, төрлө ҡаршылыҡтарҙы уңышлы үтте. Ҡатнашыусылар янғын хәүефһеҙлеге, төрлө экстремаль хәлдәрҙә үҙеңде тота, команда менән эшләй белеү буйынса ла көс һынашты. Программаға викторина, турист йыры, визитка кеүек ижади конкурстар ҙа ингәйне.

Сценарий буйынса һыуға батҡандарҙы, емерелгән бина аҫтында ҡалған кешене эҙләү, уға ярҙам күрһәтеү, шырпыһыҙ ут тоҡандырыу кеүек конкурстар уҡыусыларҙан етди әҙерлек, етеҙлек, тәүәккәллек талап итте.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Мишкә районы командаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Команда А класы буйынса (15-17 йәш) өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Читайте нас: