Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Июль 2019, 16:32

Донъяның йәш спортсылары – Өфөлә

2013 йылда Өфөлә VI Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар үткәрелгәйне. Унда 20 илдән 800-гә яҡын йәш спортсы ҡатнашҡайны. Баш ҡалабыҙ йәнә ошондай кимәлдәге 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындар спортсыларын һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Был юлы ярыштарҙа 30 илдең 85 ҡалаһынан ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша. Улар барыһы туғыҙ спорт төрө – йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, дзюдо, футбол, пляж волейболы, баскетбол, еңел атлетика, ҡаяға үрмәләү буйынса көс һынаша.

2013 йылда Өфөлә VI Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар үткәрелгәйне. Унда 20 илдән 800-гә яҡын йәш спортсы ҡатнашҡайны. Баш ҡалабыҙ йәнә ошондай кимәлдәге 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындар спортсыларын һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Был юлы ярыштарҙа 30 илдең 85 ҡалаһынан ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша. Улар барыһы туғыҙ спорт төрө – йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, дзюдо, футбол, пляж волейболы, баскетбол, еңел атлетика, ҡаяға үрмәләү буйынса көс һынаша.


9 июлдә “Өфө-Арена”ла был мәртәбәле сара кескәй ҡыҙҙарҙың, малайҙарҙың матур бейеүе һәм Зәйнетдиндең сығышы менән асылды. Австрия командаһы спортсылар парадын асты. Артабан зал уйындарҙа ҡатнашасаҡ Ҡытай, Хорватия, Англия, Чехия, Эстония, Германия, Греция, Голландия, Ирландия, Израиль командаларын сәләмләне. Ошо илдәр араһынан Чехия командаһында спортсылар күберәк ине.


Рәсәй командаһында республика­быҙҙың Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы ҡалалары спортсылары сығыш яһай. Бынан тыш, илебеҙ өсөн Екатеринбург, Силәбе, Ҡазан ҡалалары вәкилдәре ярыштарҙа ҡатнаша. Парад аҙағында трибуна хатта “шартлай” яҙҙы, сөнки иң ҙур команда ул, әлбиттә, Өфө ҡалаһынан ине.


– Башҡортостан 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарын ихлас күңелдән һәм башҡортҡа хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡар­шы алды, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыусы Радий Хәбиров тантанала.

Тө­бәк башлығы йәш спортсыларға – уңыштар, сағыу еңеүҙәр, ә көйәрмәндәргә яҡшы кәйеф, онотолмаҫ тәьҫораттар теләне.


53-cө Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш тантанала Башҡортостан халҡына ошондай мәртәбәле сараны юғары кимәлдә ҡабул иткәне, ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның башҡорт телендә “Ҙур рәхмәт!” тип өндәшеүе барыһына ла оҡшаны.


Рәсәйҙең Олимпия комитеты исеменән илебеҙҙең билдәле спортсыһы, синхрон йөҙөү буйынса биш тапҡыр Олимпия, ун өс мәртәбә донъя һәм ете тапҡыр Европа чемпионы Анастасия Давыдова сығыш яһап: “Һөҙөмтә ниндәй генә булмаһын, тарихҡа индегеҙ”, – тине.


Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш уйындарҙы асыҡ тип иғлан иткәс, йәш спортсыларҙы хатта Халыҡ-ара космос станцияһынан сә­ләмләнеләр. Космонавт Алексей Овчинников спорт менән космостың айы­рылғыһыҙ булыуы хаҡында әйтте.


53-сө Халыҡ-ара балалар уйын­да­рының баш судьяһы Андрей Кривошеев судьялар һәм спортсылар антын уҡыны. Һиндостандан “Дуҫлыҡ өсөн футбол” программаһы илсеһе Ананья Камбодж да залдағыларҙы сәләмләгәс, программала һәр кемдең ҡатнаша алыуы хаҡында әйтте.


Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороусы Метод Клеменцтың Өфөгә килеүе үҙе бер ҙур ваҡиғаға әйләнде. Ул әлеге уйындарҙың тотош донъяға таныласағын күҙ алдына ла килтермәгән икән! Хәҙер инде сара ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн ҙур спортҡа ныҡлы, ышаныслы аҙымға әйләнгән.


Спорт тарихында үҙ урынын алған тантана “Тауыш” һәм “Тауыш. Балалар” проекттарында ҡатнашып тотош ил күләмендә танылыу яулаған Рушана Вәлиеваның һәм Наҙгөл Отузованың сығышы, балаларҙың бейеүе менән тамамланды.


Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: