53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш тантанала Башҡортостан халҡына ошондай мәртәбәле сараны юғары кимәлдә ҡабул иткәне, ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Иң һөйөнөслөһө: ул залдағыларға башҡорт телендә “Ҙур рәхмәт!” тине.
Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов иһә спорт министры Павел Колобковтың ярыштарҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. “Уйындар илдәр араһындағы дуҫлыҡты нығытыр, ҡунаҡтарҙы Башҡортостан мәҙәниәте, йолалары менән таныштырыр” тигән һүҙҙәр бар ине сәләмләү хатында.
Ә Рәсәйҙең Олимпия комитеты исеменән илебеҙҙең билдәле спортсыһы, синхрон йөҙөү буйынса биш тапҡыр олимпия, ун өс мәртәбә донъя һәм ете тапҡыр Европа чемпионы Анастасия Давыдова ҡотланы. “Һөҙөмтә ниндәй генә булмаһын, тарихҡа индегеҙ”, – тине ул.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән Торстен Раш уйындарҙы асыҡ тип иғлан иткәс, йәш спортсыларҙы хатта Халыҡ-ара космос станцияһынан сәләмләнеләр. Космонавт Алексей Овчинников спорттың космос менән бәйле икәнлеге хаҡында әйтте.
53 -сө Халыҡ-ара балалар уйындарының баш судьяһы Андрей Кривошеев судьялар һәм спортсылар антын уҡыны.